Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2023, 12:25

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк

Дәүләт думаһы депутаттары төркөмө парламент ҡарауына тулы ставкаға эшләгән муниципаль мәктәп уҡытыусылары өсөн 2,5 минималь эш хаҡынан кәм булмаған эш хаҡы билдәләргә тәҡдим иткән закон проектын индерҙе.

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәсәкУҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк
Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк

Унан күренеүенсә, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда Рәсәйҙә педагогтарҙың уртаса эш хаҡы 45 787 һум тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта уның кимәле төрлө төбәктәрҙә айырыла, мәҫәлән, ҡайһы бер бәләкәй ҡалаларҙа – 25-30 мең һум . Парламентарийҙар фекеренсә, эш хаҡының артыуы йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Рәсәй Хөкүмәте депутат инициативаһын хупламай. Йомғаҡлауҙа, уны ҡабул итеү өсөн сығанаҡтары билдәләнмәгән өҫтәмә бюджет сығымдары талап ителәсәк, тип билдәләнә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас