Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентябрь 2023, 12:00

«Көҙбайлыҡ» конкурсына

Балаҡатай районынан Фирүзә апай Рәхмәтуллина үҫтергән картуф 1,4 килограмм тарта. Үәт, шәп! Ниндәй сорт икән?  

«Көҙбайлыҡ» конкурсына«Көҙбайлыҡ» конкурсына
«Көҙбайлыҡ» конкурсына

Дуҫтар, «Көҙбайлыҡ» тип аталған яңы фотоконкурс тәҡдим итәбеҙ!

Көн дә тиерлек каналыбыҙға үрҙәге кеүек бер баҡса ҡарбуз йә ҙур ҡауын йәиһә ҡыҙыҡлы формала өлгөргән башҡа йәшелсәләрҙең фотоһүрәттәре килә. Артабан да әүҙемлекте арттырыу өсөн ошондай фотоһүрәттәрҙе конкурсҡа ҡуйырға һәм иң шәбен билдәләргә ҡарар иттек.

Әлбиттә, иң шәптәре бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ. Еңеүсе фото хужалары хаҡында «Йәшлек» гәзите биттәрендә мәҡәлә донъя күрәсәк. Дуҫтарыбыҙға гәзитебеҙҙән иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Конкурсҡа фотоһүрәттәр 25 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
https://t.me/yuka_telephon/3186

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас