Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентябрь 2023, 12:29

Олимпиадала ҡатнашыу бушлай

«Волга – IT» 2023 халыҡ-ара һанлы олимпиадаһы 2006 йылдан алып мәғлүмәт һәм һанлы технологияларҙың көнүҙәк йүнәлештәре буйынса даими үткәрелә. Ул  Рәсәй Федерацияһының 75 төбәгенән һәм бер нисә сит илдән ҡатнашыусыларҙы берләштерә. Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн эштәр халыҡ-ара кимәлдәге it-компаниялар эксперттары тарафынан эшләнә һәм улар тарафынан баһалана.

Олимпиадала ҡатнашыу бушлайОлимпиадала ҡатнашыу бушлай
Олимпиадала ҡатнашыу бушлай

Олимпиада өс этапта үтә: квалификация (онлайн-тест), ярымфинал (практик өйгә эш) һәм финал (күҙгә-күҙ ҡарау, Ульяновск ҡалаһында). Олимпиада ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәт һәм һанлы технологиялар өлкәһендәге практик күнекмәләрен баһаларға мөмкинлек бирәсәк. Финалға сығыусыларҙы эксперттарҙан оҫталыҡ дәрестәре, ҡаланың иҫтәлекле урындары һәм индустриаль объекттар буйлап экскурсиялар көтә.

Олимпиадала ҡатнашыусыларын квалификация этабына теркәү әлеге ваҡытта асыҡ һәм ул  олимпиаданың рәсми сайтында 30 сентябргә тиклем дауам итә (https://volga-it.org ), ярымфинал этабы – 7 октябрҙән 31 октябренә тиклем, финал этабы 28 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Ульяновск ҡалаһында үтә. Олимпиадала ҡатнашыу бушлай.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас