Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентября 2023, 11:49

Өлкән класс уҡыусылары «физрук» ағайҙарының ата-әсәһенә ярҙам иткән!

Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбенең  X – XI класс уҡыусылары  махсус хәрби операцияла йөрөгән физкультура уҡытыусыһының ата-әсәһенә картуф ҡаҙышҡан. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Өлкән класс уҡыусылары «физрук»  ағайҙарының ата-әсәһенә ярҙам иткән!Өлкән класс уҡыусылары «физрук»  ағайҙарының ата-әсәһенә ярҙам иткән!
Өлкән класс уҡыусылары «физрук» ағайҙарының ата-әсәһенә ярҙам иткән!

– Бар ерҙә көҙгө уңыштарҙы йыйыу осоро бара. Беҙҙең X  һәм XI  класс уҡыусылары Рамаҙан һәм Фәниҙә Мөхәмәтғәлиндар ғаиләһенә картуф алышырға ярҙам итеште. Күктәребеҙ тыныс, аяҙ, "Физрук" ағайыбыҙҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ! – тип хәбәр итә улар «Әбделмәмбәт» төркөмөндә.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова