

ӘХМӘР ҮТӘБАЙҒА
Ике алма тотоп килдең:
"Әйҙә, алма ашайыҡ!"
Иңгә ятҡан хәсрәттәрҙе
Әйҙә (ә)ле алмашайыҡ!
Бәләкәйе һиңә булды
Уттай ҡыҙыл алманың.
Тауҙай ҡайғы күтәрһәң дә,
Иңдәремә һалманың.
Миңә һутлы алма һондоң,
Һинең алма - әселер.
Йөрәгемә изгелегең
Орлоҡ булып сәселер.
Күңелемде фәрештәләй
Ҡурсый һинең яҡты һын.
Минең йөгөм ауыр түгел,
Һин күтәргәс яртыһын.
Йыуатам, тип дуҫтарыңды
Пар алмалар өҙәһең,
Тик һин үҙең ғазаптарға
Нисек кенә түҙәһең?
Һағышыңды баҫыр инем,
Килтереп бер уңайын.
Әйтсе, зинһар, ҡыйын саҡта
Ҡасан алма һонайым?
Зөлфиә Ханнанова.
Юлай Кәримов фотоһы.