Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2023, 16:30

Өйрәк таҙартыу буйынса бик шәп лайфхак

Оҡшаһа, үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.

Өйрәк таҙартыу буйынса бик шәп лайфхак
Өйрәк таҙартыу буйынса бик шәп лайфхак

– Беҙҙә өйрәк өмәһе бөгөн, күп кеше һуҡталы тип яҙғас, 90 көндән артһа ла, ҡурҡып торған инем, интернеттың файҙаһы тейҙе бит. Бер лайфхаҡ табылды әле, уны Раушания Кәлимуллина яҙҙы, ҙур рәхмәт уға.

Өйрәкте бешекләгән  ҡайнап торған һыуға бер ус сәй содаһы һалып, һүндереп алырға кәрәк. Бер һуҡтаһы ла ҡалмай, булһа ла тиҙ сыға. Ҡайнар һыуҙан алғас, өйрәкте пакетка һалып,  3-5 минут тоторға кәрәк. Бына таҙа бит, тиҙ ҙә булды, – тип яҙа Розалия апай Ибраһимова, үҙе эшләп ҡарағас.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: