Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2023, 09:00

Иҫке күлдәр изге эш башҡарған

Нуриман районының Иҫке Күл ауылы халҡы Ағын шишмәһен таҙартып, матур баҫма төҙөп ҡуйған. Афариндар!

Иҫке күлдәр изге эш башҡарғанИҫке күлдәр изге эш башҡарған
Иҫке күлдәр изге эш башҡарған

Был хаҡта әүҙем милләттәшебеҙ, Көҙәй ырыуы советы ағзаһы Әлфиә Йосопова социаль селтәрҙә хәбәр итә. 

– Нуриман районының Иҫке Күл ауылы халҡы үҙ аҡсаһына Ағын шишмәһен таҙартып төҙөкләндерҙе. Изге эш эшләр өсөн мисәтле ҡағыҙ кәрәкмәй икән. Иң тәүҙә ташландыҡ хәлдәге изге шишмәне Вәкил Хәйерзаманов, Фәнит бабай тәртипкә килтерҙе. Әле ир-егеттәр күпер төҙөп, семәрләп ҡуйҙы. Исем-шәрифен әйтмәйҙәр. Сауап бит, тип кенә ҡуйҙылар.

«Ағайҙарыбыҙ изге эшкә тотонған! Ҙур рәхмәт уларға! Өләсәйҙәр: "Изге шишмәбеҙҙә изге эш эшләһәң, ете быуын ейәндәреңә сауабы етер, зыян эшләгәндәрҙең ете быуын ейәндәренә яуап бирерлек хаҡ етер", - тип әйтә ине. Шишмә буйында сүп-сар күп, хатта памперсҡа тиклем ята ине. "Шишмә буйын тулыһынса таҙартырға кәрәк, 16 сентябрь өмәгә сығайыҡ", - тип Филарит бабай ауыл халҡын шишмә таҙартырға саҡырҙы.

Дөрөҫ, Кәрәкә тауы, уның тирәһенән ағып сығып ятҡан барлыҡ шишмәләр ҙә борондан изге урын, тип әйтеп килде ололар. Изгелек эшләһәң, ете быуын ейәндәреңә етәр. Сөнки шишмә - йәшәү сығанағы! Һыуһыҙ йәшәү юҡ.

Әкренләп халыҡ уяна. Ағайҙарға ярҙамға өс егет ярҙамға килгән. Йәш эшҡыуар Данил, Илдар һәм Искәндәр.

Иҫке күлдәр изге эш башҡарған
Иҫке күлдәр изге эш башҡарған
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас