Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2023, 03:28

Беҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар!

«Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы» конкурсының федераль этабы бара. Быйыл унда  республикабыҙ данын «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы –  2023» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина  һәм «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы – 2023» конкурсы еңеүсеһе, Өфө ҡалаһы 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлсинә  Ишбаева яҡлай.

Беҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар!Беҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар!
Беҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар!

Туған тел уҡытыусыларының бәйгеһе Ҡарасәй-Черкес республикаһының Черкесск ҡалаһында үтһә, тәрбиәселәр Төньяҡ Осетия республикаһының Владикавказ ҡалаһында майҙан тота. Уларҙың конкурс һынауҙарын лайыҡлы үтеп, еңеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Әлеге көндә конкурсанттарҙың медиавизиткалары өсөн тауыш биреү https://vk.com/app7198399_-213970634 башланды. Ул 22 сентябрь 18.00 сәғәткә тиклем дауам итә. Беҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар!

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас