Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2023, 13:57

Район-ҡалаларҙағы стелалар яңырасаҡ

Башҡортостан Башлығы район башлыҡтарына күрһәтмә бирҙе.

Район-ҡалаларҙағы стелалар яңырасаҡРайон-ҡалаларҙағы стелалар яңырасаҡ
Район-ҡалаларҙағы стелалар яңырасаҡ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә район һәм ҡалаларға ингән урындағы стелаларҙы яңыртыу хаҡында һөйләне. Быйыл июндә Радий Фәрит улы муниципалитет башлыҡтарына был эште сентябрь уртаһына тиклем тамамларға ҡушҡайны. 

Хөкүмәт вице-премьеры Алан Марзаев хәбәр итеүенсә, 252 стеланың 200-ө насар торошта. Йәйге миҙгелдә 34 стела яңыртылған – буялған, штукатурка менән ҡапланған. Бөгөнгә төҙөүселәр Балаҡатай, Шаран һәм Яңауыл райондарындағы өс объектта эштәрҙе тамамлай. Бынан тыш, Баҡалы, Дүртөйлө һәм Стәрлебаш райондарында яңы объекттар ҡуйылған. 

Шулай итеп, Әбйәлил һәм Белорет районында тағы ла өс стеланы ремонтлау көтөлә. Башҡортостан Башлығы киләһе йылда яңыртыласаҡ объекттарҙың исемлеген төҙөргә ҡушты.

– Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Ике йыл дауамында стелалалрҙы яңырттыҡ. Ҡайҙалыр уларҙы буяп ҡына ҡуйырға кәрәк – быныһы райондарҙың бурысы. Яҡшы торошло булыуҙарын һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас