

Ултырыш модераторы, Рәсәй телевидениеһы алып барыусыһы, «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» балалар тапшырыуы аша киң танылған Татьяна Веденеева Өфө дүрт көнгә бала саҡ баш ҡалаһы һәм уйынсыҡтар батшалығы булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Конференцияла илдең киләсәк быуынын тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған балалар уйындарының әһәмиәте тикшереләсәк, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Башҡортостанда был индустрия үҫешә генә бара. 84 предприятие балалар өсөн аҙыҡ-түлек, йыһаз, кейем, аяҡ кейеме етештерә. Былтыр уларҙың дөйөм күләме 1,5 миллиард һумдан ашып киткән. Уйынсыҡтар етештереү менән башлыса кесе, шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр шөғөлләнә.
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һатыуҙа йомшаҡ итеп әйткәндә, аптырау тыуҙырған уйынсыҡтар осрай. Хәҙер кәштәләр йыш ҡына төрлө монстрҙар, динозаврҙар, йыһан пираттары һәм башҡалар менән тулған. Бер Хаги ваги нимә тора!
Бөгөн бөтә башланғыстарҙы тикшергәндән һуң Башҡортостан Хөкүмәте федераль Хөкүмәт адресына балалар тауарҙары етештереүселәргә грант ярҙамы программаһын әҙерләү тураһында тәҡдимдәр ебәрәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Юлай Кәримов фотоһы.