Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентября 2023, 12:30

«Күсмә башҡорттар мираҫы» өҫтәл уйынын тәҡдим ителде!

Уны «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын фестивалендә уйнап ҡарарға мөмкин.  

Добавить в предпочтительные источники Google
«Күсмә башҡорттар мираҫы» өҫтәл уйынын тәҡдим ителде!«Күсмә башҡорттар мираҫы» өҫтәл уйынын тәҡдим ителде!
«Күсмә башҡорттар мираҫы» өҫтәл уйынын тәҡдим ителде!

Уйын майҙансығы буйлап хәрәкәт иткәндә уйында ҡатнашыусылар республикабыҙ өсөн әһәмиәтле булған иҫтәлекле урындар, «Урал батыр» башҡорт эпосы менән танышасаҡ һәм тирмә ҡора аласаҡ. Улар Өфө, «Торатау» һәм «Янғантау» геопарктары, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Стәрлетамаҡ һәм Башҡортостандың башҡа хозур урындары тураһында күберәк мәғлүмәт тә туплай. Сюжетҡа ЮНЕСКО проекттары һәм программалары менән бәйле урындар, мәҫәлән, шихандар, ЮНЕСКО-ның биосфера резервтарының бер өлөшө булған тәбиғәт парктары, тарихи объекттар ингән. Бында төп персонаждар  - «Урал батыр» эпосы геройҙары, ә ваҡиғалар ғәҙәти башҡорт мөхитендә  сағылыш таба: тирмәләр, аттар һәм хатта зубрҙар бар, улар беҙҙең биләмәлә 12-15 мең йыл элек йәшәгән.

– Хәҙер өҫтәл уйындары балалар һәм өлкәндәр араһында бик таралған. Фәһемле һәм күңелле уйындар кешеләрҙе берләштерә, туғандары һәм яҡындары менән бергә ҡыҙыҡлы итеп ваҡыт үткәрергә мөмкинлек бирә. «Күсмә башҡорттар мираҫы» өҫтәл уйыны тыуған Башҡортостаныбыҙ. уның бай мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын танытыуға ҙур өлөш индереренә ышанабыҙ, – ти Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова