

Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән беренсе тапҡыр ойошторолған сарала илебеҙҙең төрлө төбәгенән уйынсыҡ һәм балалар уйындары етештереүсе предприятиелар, оҫталар-һөнәрселәр, уйынсыҡ эшләү менән шөғөлләнгән студиялар, художество коллективтары, уйынсыҡ дизайнерҙары, ҡурсаҡ жанрында эшләгән театр коллективтары ҡатнаша. Улар бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша, балалар тауарҙары тармағын үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр хаҡында фекер алыша.
– Атай-әсәйҙәре, олатай-өләсәйҙәре менән килгән балаларҙы сәләмләйем. Был фестиваль тәү сиратта – улар өсөн. Ғөмүмән, фестиваль бик етди, сөнки беҙ балаларыбыҙҙың уйынсыҡтары ниндәй булырға тейешлеге хаҡында уйланырға бурыслыбыҙ. Улар сифатлы, ҡыҙыҡлы, аңлайышлы булырға тейеш, – тип фестивалде асып ебәрҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры урынбаҫары Татьяна Васильева, форум уйынсыҡтар тураһында булһа ла, балаларҙы тәрбиәләүҙә бик мөһим әһәмиәткә эйә булыуын белдерҙе. Иран уйынсыҡтар ассоциацияһына нигеҙ һалыусы, Иран уйынсыҡтар консорциумы башлығы, фән һәм технологиялар буйынса вице-президент аппаратының уйынсыҡтар бүлеге етәксеһе Нахчи Мөхәммәихоссейн республика етәкселегенә рәхмәтен белдереп, Иран һәм Башҡортостан илдәренең уйынсыҡтарында оҡшашлыҡ барлығын еткерҙе.
Уйын фестивале Совет майҙанында дүрт көн буйына дауам итәсәк, бында килеүселәр өсөн бай программа әҙерләнгән. Саралар иртәнге сәғәт 10-дан алып киске 9-ға тиклем бара. Был көндәрҙә Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе, балаларҙың яҡшы уйын тәжрибәләре менән танышырға, ундағы уйынсыҡтарҙы етештереүселәр ҡуйған арзан хаҡҡа һатып алырға ла мөмкин. Шулай уҡ фестиваль ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы төрлө тематик конкурстар, башватҡыс чемпионаттары, интерактив уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, киноһынауҙар, спорт турнирҙары ла көтә. Көн һайын шеф-ашнаҡсыларҙың оҫталыҡ дәресе лә үтәсәк. Танылған балалар коллективтары сығышы яһай яһай, «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» телетапшырыуын алып барыусылар Татьяна Веденеева, Антон Зоркин һәм Оксана Федорова бәләкәстәргә мауыҡтырғыс күңел асыу программаһы ла әҙерләгән. «Союзмультфильм» геройҙары ҡатнашлығында байрам флешмобы, йәнһүрәт геройҙары парады ла үтәсәк, театрҙар балалар өсөн ҡыҙыҡлы тамашалар тәҡдим итәсәк.
Сараға ярашлы, Башҡортостандың Милли музейы һирәк уйынсыҡтар күргәҙмәһен тәҡдим итә. Бынан тыш, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн дә айырым майҙансыҡ эшләй, унда тактиль уйынсыҡтар күргәҙмәһе ҡуйылған, инвалид балаларҙың ата-әсәһе белгестәрҙән ҡыҙыҡһынған һорауына яуап та алыу мөмкинлегенә эйә.
Фестиваль барған көндәрҙә төрлө белгестәрҙән консультация алырға, балаларҙы түңәрәк-секцияға яҙҙырырға була, эш эҙләүсе йәштәр өсөн эш урындары ла тәҡдим ителә. Сара ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылар «Уйынсыҡ бүләк ит» һәм «Уйынсыҡтар өсөн оҫтаха-госпиталь» хәйриә акцияларында ла ҡатнаша ала. Унда йыйылған уйынсыҡтар балалар йорттарына, дауахана һәм Өфө хосписында ятҡан балаларға тапшырыласаҡ.
Фестиваль 17 сентябргә тиклем дауам итәсәк, күрмәй ҡалмағыҙ!
Юлай Кәримов фотолары.