

Бында балалы ғаиләләргә ниндәй ярҙам ҡаралғанын белергә, бала тәрбиәләү, сәләмәтләндереү, компьютер уйынынан арындырыу буйынса төрлө белгестәрҙән кәңәш алырға мөмкин. Шулай уҡ ата-әсәйҙәр балаларын оҡшаған түңәрәктәренә яҙҙырта ла ала. Мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр һәм мәктәп уҡыусылары өсөн милли, хәрәкәтсән уйындар ҙа тәҡдим ителә, балалар оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша ала.
Фото: Т. АМАНОВ.