Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2023, 12:30

100-ҙән ашыу башватҡыс уйын уйлап тапҡан

«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын фестиваленең «Башватҡыстар планетаһы» майҙансығында Мәскәү ҡалаһынан башватҡыс уйындар авторы Владимир Красноухов менән яҡындан таныша алаһығыҙ.

100-ҙән  ашыу башватҡыс уйын уйлап тапҡан100-ҙән  ашыу башватҡыс уйын уйлап тапҡан
100-ҙән ашыу башватҡыс уйын уйлап тапҡан

– Был майҙансыҡта Ирина Новичкова менән минең уйлап тапҡан башватҡыс уйындарым ҡуйылған. Беҙ үҙебеҙ механик башватҡыс авторҙары, етештереүселәре лә. Улар хаҡында мәҡәләремде «Наука и жизнь», «Квантик», «Смекалка», «Левша» журналдарында баҫтырып торам.  Балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә оҫталыҡ дәрестәре  ойоштороп, балаларға ниндәй башватҡыс уйындар оҡшай икәнен асыҡлайбыҙ.

Мин үҙем ҙур ғаиләлә үҫкәнмен, атайым менән әсәйем бигүк грамоталы кеше  түгел, етем үҫкән. Шулай ҙа бик аҡыллы булдылар, беҙгә, балаларына, юғары белем биреүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙылар. Атайым уйлап табыуға һәләтле ине. Бәлки, унан уйлап табыу һәләте күскәндер.

Үҙем хаҡында әйткәндә Курск ҡалаһында мәктәпте алтын миҙалға тамамланым, Тулала политехник институтты ҡыҙыл дипломға бөттөм, диссертация яҡланым. 25 ғилми-ауыл хужалығы институтында эшләнем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, башлы-көллө башватҡыстар эшләп табыуға сумдым.

Уйлап тапҡан башватҡыс уйындарым 100-ҙән ашыу, шуларҙың 50-гә яҡынына  патент алынған. Ҡайһы берҙәре күңелемә ятмаһа, әллә нисәмә тапҡыр үҙгәртәм, төҙәтәм. Башватҡыс уйындарымды ағас, металл, пластмасса материалдарынан эшләнек, – ти башватҡыс уйындар авторы Владимир Красноухов.

 

 

АВТОР фотоһы.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас