Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентябрь 2023, 10:00

Наил Ғәйетбай декаднигына рәхим итегеҙ!

Республикабыҙ театрҙары сентябрь аҙағында яҙыусы, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаевтың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы декадникка йыйыла.

Наил Ғәйетбай декаднигына рәхим итегеҙ!Наил Ғәйетбай декаднигына рәхим итегеҙ!
Наил Ғәйетбай декаднигына рәхим итегеҙ!

Наил Әсҡәт улының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрындағы тәүге әҫәре – “Ҡурай моңо” әкиәте ине. Уны 1992 йылда Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Әхтәм Әбушахманов ҡуйҙы. 1998 йылда сәхнәгә “Ауылға ҡыҙҙар килде” лирик комедияһы сыҡты. 2002 йылда ҡуйылған “Студенттар”ы ла тәүгеләре кеүек йәштәрсә, шаян булыуы менән тамашасы күңелендә урын алды.

Декадникта Милли йәштәр театры премьераһы 2022 йылда булған “Ғашиҡтар көнө” музыкаль комедияһын күрһәтмәксе. Уйын-көлкө, йыр-моң, мөхәббәт аша бөгөнгө ысынбарлыҡтың һәм йәштәрҙең рухи, әхлаҡи һәм матди мәсьәләләрен күтәргән әҫәрҙе 24 сентябрҙә театрға килеп ҡарарға мөмкин, тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге. Мөхәббәт хаҡында спектакль ҡарау – бер ҡасан да артыҡ түгел, ғашиҡ булыуҙың да миҙгеле юҡ.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас