

Сәлиә Мөхәмәтғәлина - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы. БДУ-ны тамамлаған. «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә икенсе урынға һәм Мортаза Рәхимов призына лайыҡ булды.
«Аллаһыма мең шөкөр, бәйгелә II урынға сығып Ил ағаһының үҙенән - Мортаза олатайҙан бүләк алып һөйөндөм! Хәләлем менән икебеҙҙең төшкә ҡабат-ҡабат инеп алдан хәйерле хәбәр ебәргән икән, әлхәмдүлилләһ. Шиғырымда әйтелгәнсә, Ул башлаған изге эштәрҙе дауам итеүселәрҙән булһаҡ ине. Динебеҙгә, телебеҙгә, халҡыбыҙға тоғролоҡ һаҡлап яҡындарыбыҙ, йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы кешеләр булырға яҙһын! Ил ағаһы Мортаза олатайыбыҙҙың рухы шат булһын!» - тип яҙа Сәлиә Мөхәмәтғәлина.