

Шиғыр авторы - Әнисә Мәхийәнова.
...Һө-йөн-сө ! Улығыҙ менән
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе,апай!
...Сабыйы тыуған әсәгә
Бәхеттең сере ябай...
-Үҙегеҙ кеүек, моғайын,
Бейеүсе булыр әле!
Талпынып ята,күрегеҙ,
Тик етһен генә мәле!
Эйе, Ата - әсәһенән
Ҡағылғас бейеү ене,
Ҡан хәтере хәтәр бит ул,
-Бейеүсе булам!,-тине .
-Бул әйҙә,тине атаһы ,
-Бейе,тине Әсә лә,
Тик бел, балам,был һөнәрҙә -
Бейеү! тиеп йәшәлә.
Ҡанаттары үҫтеме ни ?!
Әүерелде бөркөткә!
Шундай буй -һын,кәүҙә менән
Уны бер ни өркөтмәй!
Ут сәсрәтеп бейегәндә,
Елкендерә йөрәкте!
Балҡытыр өсөн,был Сәхнә,
Һайлап ала һирәкте!
Күпме тапҡыр шул сәхнәнән
Батыр һынында ҡалҡты!
Әсир итеп, тик үҙеңә
Ҡаратып бар халыҡты!
Ҡайҙан ҡупты был ғәрәсәт??
Һуғышы сыҡты ҡайҙан???
Оҙаттылар йыр йырлатып,
Бейене тотош майҙан...
Тыуып үҫкән ерҙәр менән
Яҙмыштар айырылды...
Бейектәргә осор саҡта
Ҡанаттар ҡайырылды...
Ул да китте...сәхнә күрке,
Бейей -бейей хушлашты...
Һиҙгер күңеле, тынғы тапмай,
Бер туланы,бер ташты...
...Көлөп торған күҙҙәренә
Һөрөмөн һөрттө һуғыш...
Уйсан ғына ҡарашының
Сөңгөлө - тәрән һағыш...
Сөнки,Һуғыштың сәхнәһе -
Ҡан ҡойош,ҡара һөрөм...
Ҡотолорлоҡ юҡ әмәлдәр -
Һағалап йыға үлем...
Һинең дә ғүмер эләкте
Ғазраил салғыһына...
Уның юлында осраған
Ғүмерҙәр сыртлап һына.
Балҡыны ла,һүнде йондоҙ...
Нуры ҡалды һибелеп...
Йөрәктәрҙе һыҙҙы ҡайғы,
Йәнде урталай телеп...
Һуңғы рәсеменән беҙгә
Васыят әйткән төҫлө,
Йөҙөндәге һәр кисереш
Дөрөҫлөк менән көслө:
-Ишетегеҙ,ҡабатлайым,
Һуғыш сәхнәһе -мәхшәр...
Ҡайталмаһам,улыҡайым
Минең өсөн дә йәшәр...
Тик күрмәҫмен үҫкәнен дә,
Тәпәй баҫҡанын күрмәм,
Һөйгәнемдең күңеленә
Бәхет гөлдәре үрмәм.
Һағынырһың мине, Әсәй...
Атай һағыныр... Сәхнәм...
Осҡондар сәсеп бейерҙәр,
Мин генә осҡон сәсмәм...
Ҙур сәхнә мине үҙ итте,
Күп унда минең эҙҙәр...
Башҡалар бейегән саҡта,
Һынымды эҙләр күҙҙәр...
...Ҡасандыр улым да бейер,
Бағышлар миңә бейеү.
Тойорһоғоҙ ,нисек була,
Бейеүгә булған һөйөү!
Киләсәктә буласаҡ был...
Ышанам,беләм -була!
"Атанан күргән - уҡ юна",
Борондан ҡалған йола.
Ҡайталмаһам,кисер,Әсәй...
Кисерегеҙ ,туғандар...
Беҙ түгел инек ,беҙ түгел
Һуғыш өсөн тыуғандар...
...-Ҡулымда һуңғы рәсемең,
Һуңғы ҡарашың беҙгә...
Һағышлы йөҙөңә ҡарап,
Йәштәрем тула күҙгә...
...Ҡара ҡайғың йөрәктәрҙе
Урталай ярҙы,балам...
Беҙҙән алда гүргә һалдыҡ,
Ни хәлдәр эшләй алам???
Ҡулымда ятҡан миҙал да
Ҡуҙҙай тойолдо усҡа...
Йәшләй киткән ғүмерегеҙ
Булмаһын ине бушҡа...
Ил -йортобоҙ тыныслығы
Һеҙҙең иңдәргә ятты...
Уйҙарымда теҙәм,балам,
Уҡылмаясаҡ хатты.
Әсәйҙәрҙең кисерешен
Аңлар минең ишеләр,
Ғүмер биргән һәм юғалтҡан
Әсәй тигән Кешеләр...