Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентябрь 2023, 11:01

Ковид, МХО партияларҙы берләштерҙе

«Һайлау – 2023» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә иҡтисад фәндәре докторы, доцент Азат  Йәнгиров әлегә тиклем эшләп килгән Ҡоролтайҙың матур эшләп килеүен билдәләне.

Ковид, МХО партияларҙы берләштерҙеКовид, МХО партияларҙы берләштерҙе
Ковид, МХО партияларҙы берләштерҙе

– Партияларҙың ҡарашы бер-береһенән  айырылып торһа ла, бер  яҡтан –  ковид, икенсе яҡтан  махсус  хәрби операция барыуы уларҙы берләштерҙе, матур итеп эшләргә мөмкинлек бирҙе. Әлеге һайлауҙарҙан һуң да, халыҡ ошо берҙәмлектең ҡалыуын көтә, депуттар составы ла яңырасаҡ, күҙгә күренеп  йәшәрәсәк. Ни өсөн тигәндә, бик     йәштәр ҙә бар, бер нисә кандидат 20-нән саҡ ҡына өлкән, – тине ул үҙ сығышында.

Азат Нәзир улы  әйтеүенсә, ниндәйҙер закон ҡабул итер алдынан халыҡ менән бергә эш итеү кәрәк. Депуттар өсөн халыҡтың йәшәү кимәлен арттырыу, халыҡ мәнфәғәте, йәшәйеше беренсе урында булырға  тейеш. Эксперт үҙе һайлауға барған, бик ҙур үҙгәрештәр күҙәтелмәй, ти ул.

– Үткән йылдар менән сағыштырғанда, нисектер тыныслыҡ  та, байрам кәйефе лә бар. Әлбиттә, ауыл ерендәгеләр, ҡаланыҡыларға ҡарағанда,  һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнаша.

Йәштәрҙең мөнәсәбәте үҙгәреүе ҡыуандыра, уларҙың әүҙемлеге  һиҙелә, сәйәсәткә яҡынлаша башланылар. Депутаттар үҙ иленең патриоттары, халыҡ мәнфәтен яҡлаусы булырға тейеш, – ти ул һүҙ аҙағында.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас