

Республикала «Һайлауҙар-2023» ил буйынса иң күләмлеләренең береһе буласаҡ. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һүҙҙәренсә, республика һайлау комиссиялары һәм участкалар һаны буйынса Мәскәү өлкәһенән генә ҡалыша.
– Йылдағыса, оло йәштәгеләр, пенсионерҙар әүҙемлек күрһәтә. Улар иртә менән барып тауыш бирә. Быйыл 17031 кеше тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк, – тип белдерҙе Илона Макаренко.
Тәүге тапҡыр һайлаусылар өсөн район-ҡалаларҙа бүләктәр әҙерләнгән. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Асҡар мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 765-се һайлау участкаһы комиссияһы һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнашыусыға бүләккә "Батыр" бассейнына сертификат бүләк итә.
Һайлау участкалары киске сәғәт туғыҙға тиклем эшләй. 13 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе тәртип һағында тора. Улар республика Йәмәғәт палатаһы тарафынан әҙерләнгән.