Ғамзатов Рәсүл Хәмзәт улы (8 сентябрь 1923 йыл — 3 ноябрь 2003 йыл) — авар шағиры, прозаик, публицист, СССР һәм Рәсәйҙең йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, тәржемәсе. Сталин (1952) һәм Ленин (1963) премиялары лауреаты, Дағстан АССР-ының халыҡ шағиры (1959), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
Рәсүл Ғамзатов1923 йылдың 8 сентябрендә Дағстандың Хунзах районы Цада тигән авар ауылында Дағстандың халыҡ шағиры Хәмзәт Цадаса (1877—1951) ғаиләһендә тыуа.
Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр ,
Әйтерһең дә, ергә аумаған.
Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға.
Әле һаман ошо яугирҙәрҙең
Тауыштары килә алыҫтан.
Юҡҡамы ни, һауаларға ҡарап,
Күңелебеҙ тула һағышҡа.
Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры
Оса таңда, оса кисен дә.
Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар,
Ул буш урын минең өсөндөр!
Бер көн мин дә торна сылбырында
Юғалырмын инеп томанға.
Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымаҡ,
Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға.
Рәсүл ҒАМЗАТОВ (Рауил Бикбаев тәржемәһе).
Юлай Кәримов фотоһы.