Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2023, 11:00

Ниңә айыуҙар Өфөгә яҡын килә?

Кисә Мөҙәрис ауылы яғында тайыштабандар сабып йөрөгән.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында айыуҙарҙың ҡалаларға һәм ауылдарға яҡын килеү сәбәбен аңлаттылар.

«Күп айыуҙар яңы биләмәләрҙе үҙләштерә. Улар быға тиклем төйәк итмәгән райондарҙа ла килеп сыҡты — мәҫәлән, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Шаран, Өфө һәм Кушнаренко райондарында»,тине министр урынбаҫары Камил Берғулиев.

Шулай уҡ һуңғы ваҡытта ҡырағай хайуандарҙың, шул иҫәптән тайыштабандарҙың артыуы күҙәтелә. Был хайуандар донъяһын һаҡлау һәм браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәш өлкәһендәге ҡануниәттең ҡәтғиләштерелеүе менән аңлатыла. 

— Бынан тыш, илектәрҙең һәм мышыларҙың һаны тотороҡло арта бара, улар 3 мең баштан ашыу иҫәпләнә. Бөгөн айыуҙарҙың һаны 2,3 мең тирәһе. Әгәр браконьерлыҡ осраҡтары асыҡланһа, ҙур штрафтар һалына — уларҙың күләме ярты миллион һумға тиклем барып етә. Минеңсә, был йоғонто яһамай ҡалмағандыр.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас