Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2023, 05:30

Милли кейем көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды.

Милли кейем көнө менән!Милли кейем көнө менән!
Милли кейем көнө менән!

Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.

Ә Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар, һәм улар милли кейемдә сағылыш тапҡан. Уны халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре кеүек үк һаҡларға кәрәк.

Байрам саралары программаһын Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарағыҙ: https://vk.cc/cqFpDA

Байрам менән!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас