

Хәниф Әхмәтйәнов 1959 йылда Белорет районының Мулдаҡай ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1980 йылда Өфөлә космос һәм авиация өсән приборҙар етештереү заводында токарь булып башлай. 1983 йылда программалы станоктарҙы көйләүсе һөнәрен үҙләштерә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы бер урында эшләй. Ошо уҡ йылда Өфө - Инйәр электропоезында пистолеттан ата башлаған кешене ҡоралһыҙландырып, хоҡуҡ һаҡсыларының ҡулына тапшыра. "Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. 1994 - 2006 йылдарҙа Өфөнөң Октябрь районы советына депутат булып һайлана.
Хәниф Ниғмәтйән улы тыуған ауылы Мулдаҡайҙы, ырыуын өйрәнеүгә күп көс һала һәм китаптар баҫтырып сығара. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙары һәм наградалар менән бүләкләнә. 4 сентябрҙә уға 64 йәш тулған.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.