

Күптәребеҙ Миңзәлә Хәлилованы яҙыусы булараҡ белә, ә ул оҫта баҡсасы ла икән. Миңзәлә апай һирәк булһа ла үҙенең сәхифәһенә көҙгө уңышты төшөргән фотоһүрәттәрен ҡуйып бара. Был юлы ул дәү ҡарбузды төшөрөп һалған ул.
Бөгөн өҙгән ҡарбуз 7 килограмдан ашыу. Ныҡ бешкән. Орлоҡ магазинынан һатып алдым, сортының исемен онотҡанмын, ти яҙыусы.
Икенсе фотоһүрәтте Миәкә районынан уҡыусыбыҙ ебәргән. Уның да уңышы бик шәп күренә. Афариндар!
Ә һеҙҙең яҡта шулай ҡарбуз үҫәме?