

Япраҡ
Күргәнең бармы, –
Тип һораның, –
Өҙгөләнгән көҙгө япраҡты? –
Күҙҙәремә тура ҡараның һин,
Ә мин алдым ҡапыл ҡарашты.
– Көҙгө япраҡ, яңғыҙ тирбәлә,
Олғашҡыһы килә күктәргә.
Хыяллана, бахыр, ҡош булам тип,
Талпынып та ҡуя үрҙәргә.
Тик белмәй шул ни көтөүен алда,
Эйе, осор иңрәп күктәрҙе.
Оҙаҡмы һуң? Бик аҙ ғына ваҡыт,
Ә аҙаҡтан? Үбер ерҙәрҙе...
Мин әйтәмен: ул бит бәхетле,
Бахыр тимә ҡыйыу япраҡты.
Рухы уның иңләй күктәрҙе,
Сереһә лә ашлап тупраҡты!..
Юлай Кәримов фотоһы.