Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2023, 06:23

Бесән өҫтө

Йылға буйҙарындаЯңғырап китә салғы тауышы...   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бесән өҫтөБесән өҫтө
Бесән өҫтө

БЕСӘН ӨҪТӨ


Бесән өҫтө.
Йылға буйҙарында
Яңғырап китә салғы тауышы.
Шыбыр-шыбыр миңә серен һөйләй
Әй буйының күрән-ҡамышы.

Тау битендә еңгәм бесән саба,
Бар көсөнә киреп ҡоласын.
Салғыһы ул, талмаҫ ҡанатмы ни,
Ә үҙе бит, гүйә, ыласын.

Тау битендә еңгәм бесән саба,
Эш баҫа бит янып-көйөүҙе.
Ер битенә әллә яҙамы ул
Йөрәгендә булған һөйөүҙе.

Нисә йылдар инде тол йәшәй бит,
Түҙем генә бирһен кешегә.
Ауыр һүҙҙәр әйтеп өндәшмәгеҙ,
Һүҙһеҙ ҙә бит йөрәк күшегә.

Тау битендә еңгәм бесән саба,
Йырҙар менән баҫа һағышын.
Ер битенә әллә яҙамы һуң
Хас дошманға булған ҡарғышын.

Туҡта, еңгә, арып талғанһыңдыр,
Бирсе әле миңә салғыңды.
Миңә ҡарап бер хәтерлә, еңгә,
Ағай менән йөрөгән сағыңды.

Ҡоласымды, әйҙә, кирәйемсе,
Баҫылғандай булһын һағышым.
Ер битенә салғы менән яҙҙым
Бер ҡатындың хәтәр яҙмышын.

Тимер Йосопов©

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас