Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2023, 12:00

Мәләүез батыр улы менән хушлашты

Мәләүез районынан 61 йәшлек уҡытыусы Фәйрүз Ғафаров махсус операцияла һәләк булған.

Мәләүез батыр улы менән хушлаштыМәләүез батыр улы менән хушлашты
Мәләүез батыр улы менән хушлашты

2 сентябрҙә Мәләүез районы халҡы яугирҙе һуңғы юлға оҙатты.

Фәйрүз Фәнис улы 1962 йылдың 18 апрелендә Мәләүездә тыуған. Ул 5-се мәктәптә уҡый, 1977 йылда уҡыуын Стәрлетамаҡ мәктәбендә дауам итә. 1980-82 йылдарҙа әрмелә хеҙмәт итә, бүлексә командиры була. 

Хәрби хеҙмәттән һуң Фәйрүз Ғафаров Эске эштәр министрлығына эшкә алына, унда 10 йылдан артыҡ эшләй, беренсе һәм икенсе дәрәжә «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

1995 йылдан Мәләүездең 1-се гимназияһында хәрби әҙерлек буйынса уҡыта. Июнь айында Фәйрүз Фәнил улы үҙ теләге менән МХО-ға китә.

Һалдаттың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Мәләүез батыр улы менән хушлашты
Мәләүез батыр улы менән хушлашты
Мәләүез батыр улы менән хушлашты
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас