Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2023, 05:50

Башҡорт уҡыусыһы донъя чемпионы булған!

Ҡазан мәктәбендә уҡыусы Әбйәлил районы малайы Ғимран Абдуллин Венгрияла үткән информатика буйынса олимпиадала еңеү яулаған!

Башҡорт уҡыусыһы донъя чемпионы булған!Башҡорт уҡыусыһы донъя чемпионы булған!
Башҡорт уҡыусыһы донъя чемпионы булған!

Тотошлай ғына Әбйәлил егете - Ләйсән һәм Марат Абдуллиндарҙың Ғимран улдары Венгрияла үткән бәйгелә Рәсәй данын яҡлаған 4 уҡыусының береһе булып, хәҙер информатика буйынса ДОНЪЯ ЧЕМПИОНЫ исеменә лайыҡ булды!

Афарин! Беҙ әлегә был еңеүҙең кимәлен төшөнөп тә етмәйбеҙ кеүек.. Башҡорт улы! Ғимран! 10 класс! Донъя!

Бимран бәләкәй кластарҙа Шамонин мәктәбендә уҡыған, бөгөн Ҡазан ҡалаһының 2-се лицей-интернатында белем ала. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас