Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентября 2023, 06:50

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грант иғлан итә!

Башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар 200 000 һумға тиклем матди ярҙам алыуға дәғүә итә ала.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грант иғлан итә!Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грант иғлан итә!
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грант иғлан итә!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телебеҙҙе популярлаштырыуға арналған проекттарҙы матди ярҙам менән тәьмин итергә әҙер. Конкурстың маҡсаттары:

- башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға, гражданлыҡ башланғыстарына финанс яҡтан тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү;

- Башҡортостан Республикаһы халҡын ижади эшмәкәрлеккә һәм социаль проектлауға йәлеп итеү, шулай уҡ граждандар әүҙемлеген арттырыу.

         Конкурста 18 йәше тулған, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Конкурстың предметы - башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙерге заман халҡын популярлаштырыусы проект.

Проекттарҙың йүнәлештәре:

- йәштәр медиаһы;

- IT;

- мәғариф;

- мәҙәниәт;

- фән.

Конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү һәм теркәү 2023 йылдың 1 сентябренән 30 сентябргә тиклем «ГРАНТҠА» темаһын күрһәтеп ойоштороусының proektnagrant2023@mail.ru электрон адресы буйынса ғәмәлгә ашырыла.

Тулыраҡ мәғлүмәт – конкурстың положениеһында https://vk.com/wall-182678571_5571 .

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас