Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентября 2023, 08:26

Уҡыусыларыбыҙ бүләк алып ҡыуанды!

Кисәге көн "Йәшлек" гәзите хәбәрселәре Баймаҡ, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарында бүләктәр таратты.

Уҡыусыларыбыҙ бүләк алып ҡыуанды!Уҡыусыларыбыҙ бүләк алып ҡыуанды!
Уҡыусыларыбыҙ бүләк алып ҡыуанды!

Кисәге көн "Йәшлек" гәзите хәбәрселәре Баймаҡ районының Таһир ауылынан Гөлсөм Йосоповаға, Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Хәлисә Собханғоловаға, Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылынан Зөлфиә Сәлекбаеваға бүләктәр алып барып тапшырҙы. Был яҙылыусыларыбыҙ гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, шөрөп борғос, аккумуляторлы фонарь һәм термос отҡайны. 

-  Өфө һынлы Өфөнән ошо бүләкте тапшырабыҙ, тип килеп еттегеҙме? - тип уҡыусыларыбыҙ ғәжәпләнде. Эйе "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәрҙәре һәр уҡыусыһын хөрмәт итә һәм ҡәҙерләй. Шуға күрә иң алыҫ райондарға ла бүләктәрҙе үҙебеҙгә алып барып тапшырыу бурысы ҡуйылған. Төркөмөбөҙҙә фотоһүрәттәр менән уртаҡлашабыҙ. 

"Йәшлек"тән айырылмағыҙ, бергә булайыҡ, дуҫтар! 

Уҡыусыларыбыҙ бүләк алып ҡыуанды!
Уҡыусыларыбыҙ бүләк алып ҡыуанды!
Уҡыусыларыбыҙ бүләк алып ҡыуанды!
Уҡыусыларыбыҙ бүләк алып ҡыуанды!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас