Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентября 2023, 09:30

6 мең беренсе класс уҡыусыһы бүләк алып һөйөндө

«Башҡортостан сода компанияһы» бүләктәре Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары һәм райондары уҡыусыларына таратылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
6 мең беренсе класс уҡыусыһы бүләк алып һөйөндө6 мең беренсе класс уҡыусыһы бүләк алып һөйөндө
6 мең беренсе класс уҡыусыһы бүләк алып һөйөндө

Белем көнөндә бүләк таратыу  “Башҡортостан сода компанияһы»ның изге йолаһына әйләнде. Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы барлыҡ беренсе кластар,асыҡлап әйткәндә, 160 беренсе класс мәктәп глобустары алды. Хәҙер малайҙар һәм ҡыҙҙар тирә-яҡ донъяны ҡыҙыҡһынып ҡына түгел, ә планетабыҙҙың ни тиклем ғәжәп һәм матур булыуын да күрә аласаҡ.

Предприятие хеҙмәткәрҙәренең балаларына йола буйынса махсус бүләктәр тапшырыла. БСК-ның беренсе класс уҡыусылары канцелярия йыйылмалары, көндәлектәр, сумкалар, папка-портфолио һәм мәктәп портфелдәрен алды. Һуңғыларының махсус ортопедик арҡалары бар, улар баланың умыртҡа һөйәгенә йөкләмәне кәметергә һәм дөрөҫ бүлергә мөмкинлек бирә, сөнки рюкзактарҙы эшләгәндә балаларҙың анатомик төҙөлөшө иҫәпкә алынған.

«Ал елкән» һәм «Виктория» балалар йорттарының беренсе класс уҡыусыларын да бүләкһеҙ ҡалдырманы. Балалар шулай уҡ ортопедик портфелдәр һәм мәктәп йыйылмалары алды.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова