Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Августа 2023, 10:20

МХО-ла ҡатнашыусыларға республикабыҙҙа ниндәй ярҙам күрһәтелә?

Бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә арналған матубғат конференцияһы  булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
МХО-ла ҡатнашыусыларға  республикабыҙҙа  ниндәй ярҙам күрһәтелә?МХО-ла ҡатнашыусыларға  республикабыҙҙа  ниндәй ярҙам күрһәтелә?
МХО-ла ҡатнашыусыларға республикабыҙҙа ниндәй ярҙам күрһәтелә?

  Һөйләшеүҙә БР ғаилә, хеҙмәт  һәм халыҡты социаль яҡлау министры  Ленара Иванова, Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре федераль комитеты етәксеһе Юлиә Белехева, Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре төбәк комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич, «Ватанды һаҡлаусылар»  федераль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты.

Һөйләшеүҙә сығыш яһаусылар билдәлүенсә, республикабыҙҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә медицина, юридик, психологик, матди  төрҙәре ҡаралған һәм тормошҡа ашырыла.  

БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры ленара Иванова әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла яраланыусыларҙ  иң беренсе сиратта  реабилитация саралары менән тәьмин ителә.  Мәҫәлән, протездар бушлай бирелә йәки электрон сертификаттар ярҙамында уны шәхси аҡсаңды тотонмай ғына һатып алырға мөмкин.

 Шулай уҡ   хәрби операцияла сәләмәтлеге ҡаҡшаған хәрбиҙәргә  шифахана-курорттарҙа һаулығын нығытыу  мөмкинлеге бар. Әлеге көнгә 220 һалдат  шифаханала  медицина ярҙам  алған.  

  Әлеге ваҡытта уҡыуға бәйле ярҙам саралары көнүҙәк. МХО-ла ҡатнашыусының балаларын колледждарға, юғары уҡыу йорттарына,  мәктәпкә, балалар баҡсаһына урынлаштырыу, туҡландырыу, мәктәп кәрәк-яраҡтары, стипендия  менән тәьмин мәсьәләләре хәл ителә.   80-дән ашыу хәрбиҙең  һәм уларҙың ғаиләләре   һәр береһе 50 мең һумлыҡ белем биреү сертификаты алған. Был сертификат уларҙың балаларына теләгән һөнәрен үҙләштерергә ярҙам итәсәк.

Шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләп үтеүенсә, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың беренсе синыфҡа барыусы балаларын мәктәпкә оҙатыу  ойошторола.

Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре федераль комитеты етәксеһе Юлиә  Белехева, Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса иң яҡшылар иҫәбендә, тип билдәләне үҙенең сығышында. Ысынлап та, беҙҙең төбәктә генә яугирҙәрҙең ғаиләләренә газ үткәреүгә сертификат бирелә, әлеге көнгә 206 яугирҙең ғаиләһе 100 мең һумлыҡ сертификат менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ утын менән тәьмин итеү ҙә беҙҙә генә яйға һалынған.   «Шулай уҡ   социаль ярҙам төрҙәре күрһәтеү өсөн МХО-ла ҡатнашыусының килемен ғаилә килеменә индермәүҙе лә  беҙ башлап ебәрҙек, һуңынан беҙҙән күреп, федераль кимәлдә  уны ҡабул иттеләр»,  – тине  Ленара Иванова.  

Бынан тыш,  Башҡортостан илебеҙҙә беренселәрҙән булып хәрбиҙәргә социаль түләүҙәр буйынса  килешеү төҙөгән.  

Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре төбәк комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич иһә  күберәк мөрәжәғәттәр менән эшләүҙәре,  әлеге көнгә 1500 ошондай 1500 мөрәжәғәт ҡабул ителеп, эшкәртелеүе хаҡында һөйләне.  Ошо мөрәжәғәттәр буйынса аныҡ ярҙам күрһәтелгән миҫалдар ҙа килтереп үтте.  Уның әйтеүенсә, уларға ярҙам һорап барырға кәрәкмәй, ә  телефон номерҙарын йыйып шылтыратыу ҙа етә.

Фото:Автор фотоһы. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина