Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Август 2023, 16:16

Санкт-Петербург халҡы Башҡортостан продукцияһын яратты

Башҡортостан Республикаһы көндәре барышында халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе эшләй.

Санкт-Петербург халҡы Башҡортостан продукцияһын яраттыСанкт-Петербург халҡы Башҡортостан продукцияһын яратты
Санкт-Петербург халҡы Башҡортостан продукцияһын яратты

Күргәҙмә йөҙләгән кешенең иғтибарын йәлеп итте. Бында халыҡ оҫталары тауарҙары, сувенирҙар һәм башҡа күп әйберҙәр тәҡдим ителде. Күргәҙмәлә Санкт-Петербург халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынды, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡыуанып ҡатнашты.

«Бикбайман» арт-студияһынан Арыҫлан Бикбай Санкт-Петербургҡа алып барған эксклюзив сувенирҙар алып килеүе тураһында һөйләне.

– Бик күп кеше килә, ҡыҙыҡһына. Мин уларға Шүлгәнташ тураһында һөйләнем. Артабан һорауҙар бирәләр, ҡыҙыҡһыналар: «Нисек унда барырға?», «Был Өфөнән йыраҡмы?». Ҡунаҡтар араһында Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр бар, - ти Арыҫлан.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас