

26 августа Санкт-Петербургта Башҡортостардың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Унда төбәк властары, иҡтисадиы һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары, эшҡыуарҙар һәм эре компаниялар вәкилдәре ҡатнашты. Сара Башҡортостан көндәре барышында ойошторолдо.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Санкт-Петербург мэры Александр Беглов һәм Эрмитаж директоры Михаил Пиотровский сәләмләне. Был ҡыҙыҡһыныуҙың ҙур булыуы, хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләй. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил суверенитетын нығытыу бурысын ҡуйҙы. Санкт-Петербург һәм Башҡортостан – ошо бурысты үҙ иңенә алған Рәсәйҙең ҙур сәнәғәт үҙәктәре. Санкцияға ҡарамаҫтан, беҙ төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәкбеҙ. Ул яҡшы һөҙөмтә бирә, – тип билдәләне Александр Беглов.
Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында Санкт-Петербург менән социаль һәм иҡтисад өлкәһендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
– Беҙҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлек ысынлап та ҙур мөмкинлектәргә Бөгөнгө шарттарҙа беҙ ил эсендә ышаныслы партнерҙар табабыҙ. Санкт-Петербургтың иҡтисады менән беҙҙе тәрән бәйләнештәр бәйләй. Беҙ ҡаланың фәнни-технологик һәм иҡтисади мөмкинлектәре уларға яңыса һулыш бирер, республика сәнәғәтен үҫтерер тип ышанабыҙ. Ә Башҡортостан Санкт-Петербург иҡтисадын тулыландырырға һәм үҫтерергә әҙер, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Артабан БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров республиканың иҡтисади потенциалы менән ентекләп таныштырҙы.