

Сәйгүн йәки термос эсен ялтыратам тиһәгеҙ, йомортҡа ҡабығын йылы һыу менән сайҡатып һалығыҙ ҙа, яртылаш һыу тултырығыҙ. Унан матурлап һелкетеп, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртәнсәк сәйгүн йәки термостың эсе нисек ағарғанын күреп, үҙегеҙ аптырап китерһегеҙ әле.
Йомортҡа ҡабығын ваҡ ҡына итеп онтап, туҡыма тоҡсайға һалып, ауыҙын бәйләгеҙ. Аҡ кейемде йыуған саҡта ошо йомортҡа ҡабығы һалынған тоҡсайҙы һалып, йыуығыҙ. Керҙе бик ағартасаҡ.
Йомортҡа ҡабығын ваҡлап, һыуға һалып, бер тәүлек тотоғоҙ. Унан был һыуҙы бүлмәләге гөлдәргә һибегеҙ, бик һәйбәт ашлама буласаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.