Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Августа 2023, 10:51

Стәрлетамаҡта ике ихата төҙөкләндерелә

"Башҡорт ихатаһы" программаһы буйынса  республикала быйыл 206 ихата төҙөкләндереләсәк.

Стәрлетамаҡта ике ихата төҙөкләндереләСтәрлетамаҡта ике ихата төҙөкләндерелә
Стәрлетамаҡта ике ихата төҙөкләндерелә

 

«Башҡорт ихаталары» республика программаһы ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Уларға ихатаны йәшелләндереү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, автопарктар  булдырыу, бордюрҙар ҡуйыу һәм башҡа төҙөкләндереү эштәре инә. Был программа тормошҡа ашырыла башлағандан башлап 2019 йылдан  2022 йылға тиклем  республика буйынса бөтәһе 1120 ихата майҙаны төҙөкләндерелгән.  2023 йылда иһә тағы 206 ихатаны яңыртыу күҙаллана.

Башҡортостандың иң ҙур  ҡалаларының береһе  Сәтәрлетамаҡ та был проектҡа әүҙем ҡушылды.  Программаға ярашлы, унда быйыл  ике ихатан майҙанын төҙөкләндереү ҡаралған. Улар Ленин урамы 87-се йорттоң һәм Хоҙайбирҙин урамындағы 130, 132-се йорттарҙың ихаталары менән Артем урамындағы 5,7,9-сы  йорттарҙың ихатаһы.

 Әлеге ваҡытҡа беренсе майҙанда төҙөкләндереү эштәре тулыһынса тамамланған. Ихата йәшелләндерелгән, яҡтыртылған, балалар майҙансыҡтарында уйын ҡоролмалары  ҡуйылған, тротуарҙар, парковкалар эшләнгән. Был ихатаны төҙөкләндереү  концепцияһы «баллы умарта» этник стиленә ҡоролған. Майҙандар, кесе архитектура формалары керәҙҙәр рәүешендә эшләнгән, төҫтәр ҙә шуға ярашлы һайланған.

Артем урамындағы майҙанды төҙөкләндереү буйынса «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  менән килешеү төҙөлгән.  Килешеүҙең хаҡы – 33823926,32 һум.  Бөгөнгө көнгә ундағы   эштәрҙең ҡайһы берҙәре 100 процентҡа үтәлгән, шул уҡ ваҡытта  әле 20 – 35 проценты ғына эшләнгәндәре лә бар. Эштәрҙе  аҙағына еткереү буйынса саралар күрелә.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас