Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август 2023, 12:07

«Беҙҙең ризыҡтар менән һыйланып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!»

Ейәнсура районының Ибрай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары МХО-ла ҡатнашыусы ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ылау ебәргән.

«Беҙҙең ризыҡтар менән һыйланып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!»«Беҙҙең ризыҡтар менән һыйланып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!»
«Беҙҙең ризыҡтар менән һыйланып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!»

Был хаҡта Ибрай ауылының моделле китапханаһы төркөмө  хәбәр итә. Уңған хужабикәләр яугирҙарға сөсө икмәк бешереп һалған, кипкән ҡорот әҙерләгән.

«Беҙҙең ризыҡтар менән һыйланып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Донъялар тиҙерәк тынысланһын ине!» – тип изге теләктәрен дә теләй улар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас