

Был сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да ҡатнаша.
– Һуңғы бер нисә йылда республика сәнәғәткә ғилми-технологик прогресс ҡаҙаныштарын сифатлы берләштереүен күрһәтте. Был беҙҙең стендта яҡшы күренә, унда ғалимдарҙың һәм инновацион компанияларҙың медицина, инжиниринг өлкәһендәге өр-яңы эшләнмәләре, пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса перспективалы эшләнмәләре, нефть химияһы сәнәғәте менән бәйле ҡаҙаныштар тәҡдим ителә. Беҙҙең бурыс, ошо сараға ярашлы, компетенциялар менән бүлешеү генә түгел, күршеләребеҙҙән нисек үҫешеүен ҡарау һәм яңы тәжрибәләр килтереү, – ти ул.
Иң мөһиме, Технопром майҙансығы Өфө дәүләт нефть техник университетына партнерҙар селтәрен киңәйтергә мөмкинлек бирҙе. Юғары уҡыу йорто Новосибирск дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты һәм Новосибирск дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Форумдың икенсе көнөндә Башҡортостан стендында Новосибирск өлкәһе губернаторы, РФ дәүләт Советының «Фән» йүнәлеше буйынса комиссия рәйесе Андрей Травников булды. Форумдың икенсе көнөнөң эшлекле программаһы фәнни-белем биреү үҙәктәрен үҫтереүгә арналды.
«Технопром» халыҡ-ара технологик үҫеш форумы 22 августа Новосибирскиҙа старт алғайны. Ике көн эсендә форумға 13 меңдән ашыу ҡатнашыусы килде, 14 800 кеше онлайн тоташты. Форум ҡунаҡтары араһында – Рәсәйҙең 82 төбәгенән һәм донъяның 40 иленән дәүләт власы органдары, ғилми ойошмалар һәм институттар, бизнес вәкилдәре бар. Башҡортостан стенды форумдың бөтә көндәрендә 25 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.