Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Августа 2023, 09:00

Хәмзә хәҙрәт МХО-лағы эш сәфәре хаҡында һөйләне

"Ут асыуҙан да бигерәк батальонға барып етә алмаҫмын, ошонда һәләк булып ҡалырмын, тип ҡурҡтым", - тип иҫкә ала ул ҡурҡыныс алыштарҙың береһен.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәмзә хәҙрәт МХО-лағы эш сәфәре хаҡында һөйләнеХәмзә хәҙрәт МХО-лағы эш сәфәре хаҡында һөйләне
Хәмзә хәҙрәт МХО-лағы эш сәфәре хаҡында һөйләне

"Бер йыл дауамында отец Виктор менән бергә МХО зонаһында булдыҡ, фронт һыҙығы буйлап йөрөнөк, бергәләп эшләйбеҙ, һалдаттарға барабыҙ, бер вагонда йә блиндажда йәшәйбеҙ, — тип һөйләй имам. — Һалдаттарҙы рухландырабыҙ, доғалар уҡыйбыҙ, психологик һәм рухи ярҙам күрһәтәбеҙ. Беҙҙең ҡорал — изге китап, мосолмандарҙыҡы — Ҡөрьән, ә христиандарҙыҡы — Библия. Уның ярҙамы менән һалдаттарға Аллаһ Тәғәлә һүҙен еткерәбеҙ, улар ҡурҡмаһын өсөн ярҙам күрһәтәбеҙ. Кеше менән нимә генә булмаһын — бөтәһе лә Аллаһтың ҡушыуы буйынса".

Махсус хәрби операция биләмәһендә төрлө милләт һәм дин вәкилдәре, әммә был юҫыҡта бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ булмаған.

"Аллаһ —  берәү, — ти Хәмзә хәҙрәт. — Дини кешегә донъяла барған бөгөнгө ваҡиғалар аңлашыла һәм һәр ҡайһыһы ниндәйҙер әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, үлем — был һәр кешегә килә торған ахыр. Аллаһ Тәғәләгә, уның фәрештәләренә, бәйғәмбәрҙәренә, изге китабына ышанған кеше яҙмышҡа ла ышана. Яҙмыш Аллаһтан, үлгәндән һуң әхирәт донъя - был хәҡиҡәт. Кеше үҙенә әҙерләнгән яҙмышты ҡабул итергә тейеш".

Хәмзә-хәҙрәт әйтеүенсә, Аллаһ Тәғәлә үҙенең ҡолона бер ваҡытта ла күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙар ебәрмәй.

"Һәр кеше был тормошта ниндәйҙер һынауҙар аша үтә һәм уларҙы йырып сығырға кәрәк", — ти ул.

Имам алғы һыҙыҡта ҡурҡҡан егеттәр булыуы хаҡында ла һөйләне.

"Үҙе өсөн түгел, ә һәләк булған осраҡта ғаиләһен ҡалдырыуҙан ҡурҡалар, — тип аңлата ул. — Улар үҙҙәре өсөн түгел, ә яҡындары, балалары, әсәләре һәм ҡатындары өсөн борсола. Был осраҡта беҙ доға ҡылабыҙ, Аллаһ Тәғәләнән һорайбыҙ. Отец Виктор мәҙхиәләр уҡый, ә мин намаҙға баҫам. Беләһегеҙме, был ярҙам итә. Беҙ һәр саҡ егеттәргә әйтәбеҙ: тап хәрюи хәрәкәттәр зонаһында булғанда Аллаһҡа һыйынырға кәрәк. Ул ғүмер биргән икән, Ул уны аласаҡ та. Тик ул ғына ярҙам итәсәк, өйөңә ҡайтарыуҙы һәм яҡындарыңды күреүҙе насип итәсәк. Был эшләй".

Хәмзә Хафизов махсус хәрби операцияла үҙе менән булған ваҡиғалар хаҡында ла бәйән итте. Былтыр улар Кахов ГЭС-ын үткән саҡта ауыр хәлдә ҡалған. Ул саҡта һалдаттар дошман уты аҫтында ҡалған һәм 2 саҡрым араны ҡараңғыла йәйәү үткән.

"Ут асыуҙан да бигерәк батальонға барып етә алмаҫмын, ошонда һәләк булып ҡалырмын, тип ҡурҡтым, — тип хәтирәләре менән уртаҡлаша имам. — Бер саҡ Херсон өлкәһендә беҙгә һөжүм иттеләр. Отец Викторға мина ярсыҡтары эләкте, бронежилеты һәм каскаһы бар ине. Беренсегә шундай ҡурҡыныс аҫтында ҡалдыҡ, әммә хәҙер позицияларҙы ҡарап йөрөйбөҙ, ҡасан артиллерия эшләүе хаҡында беләбеҙ. Әлбиттә, хәҙер элекке кеүек ҡурҡыныс түгел. Беҙ көн дә Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт уҡыйбыҙ һәм һалдаттар, уларҙың ғаиләләре исеменән барыбыҙға ла именлек һорайбыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров яугирҙарға шәхсән ярҙам итә. Башҡа төбәк етәкселәренән айырмалы, МХО биләмәһенә йыш килә. Яугирҙар уның ярҙамын тоя һәм белә".

Хәмхә хәҙрәт әйтеүенсә, республика Башлығы үҙенең ғүмерен ҙур ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

"Әгәр ҡаршы яҡтың разведкаһы төбәк Башлығының бында икәнен белеп ҡалһа, ул һөжүм ваҡытында иң төп сәп буласаҡ, — ти хәҙрәт. — Әммә Радий Хәбировтың килеүе һалдаттар өсөн күп нимә хаҡында һөйләй. Ул ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя, миҙалдар, ордендар, бүләктәр тапшыра. Был егеттәр өсөн бик ҡәҙерле".

 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов