

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 17 кешелә коронавирус асыҡланған. Был турала ЦУР-ҙа республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә төбәк һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова белдерҙе. Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 55 пациент стационарҙа, 344 кеше өйҙә дауалана.
Инфекция госпиталдәрендә коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн 75 койка урынлаштырылған, буш койка фонды 26,7 процентты тәшкил итә. Башҡортостанда COVID-19 таралыу коэффициенты — 1,0, Рәсәйҙә — 0,9.