Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Август 2023, 10:38

Өфөлә «Геройҙар дәүере» патриотик йырҙар конкурсы үтәсәк

27 августа 112-се Башкавдивизияның легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө билдәләнә.

Өфөлә «Геройҙар дәүере» патриотик йырҙар конкурсы үтәсәкӨфөлә «Геройҙар дәүере» патриотик йырҙар конкурсы үтәсәк
Өфөлә «Геройҙар дәүере» патриотик йырҙар конкурсы үтәсәк

27 августа 112-се Башкавдивизияның легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө билдәләнә. Өфөләге Совет майҙанында ошо дата айҡанлы «Геройҙар дәүере» патриотик йырҙар конкурс үткәреләсәк.

— Беҙ конкурсты икенсе йыл рәттән ойошторабыҙ. Быйыл өс номинацияға Рәсәйҙең 22 төбәгенән 403 ғариза алдыҡ. Финалға 17 төбәктән 58 композиция үтте. Беҙ Өфө халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын конкурс финалына саҡырабыҙ, ә 27 августа бөтәһен дә гала-концертта көтәбеҙ, — тип белдерҙе хөкүмәт кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң: ЛХР, Белгород, Төмән, Тамбов, Ростов, Владимир, Ырымбур өлкәләре, Татарстан, Дағстан, Хакасия, Марий Иле, Адыгей, Сыуаш республикалары, Приморье һәм Ставрополь крайы, Санкт-Петербург, Архангельск, Мәскәү, Краснодар, Владивосток ҡалалары һәм Башҡортостан республикаһы (Әбйәлил, Туймазы, Көйөргәҙе, Иглин, Мәләүез, Учалы, Йәрмәкәй, Ҡыйғы, Кушнаренко, Салауат, Стәрлетамаҡ райондары, Өфө, Күмертау, Дәүләкән, Октябрьский, Нефтекама, Ағиҙел, Учалы ҡалалары).

26 августа 18.00 сәғәттә Совет майҙанында конкурс финалы үтә. Баһалама комиссияһын Рәсәйҙең артҡаҙанған артисы Ольга Кормухина етәкләй. 27 августа Совет майҙанында программа рәсми сара менән башланасаҡ — почетлы ҡарауыл, байраҡтарҙы күтәреү, бүләкләү тантанаһы.

Концерт программа рәсми өлөштән һуң башланасаҡ. Программа Рәсәйҙең билдәле артистары һәм актерҙары сығыш яһаясаҡ. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас