Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Августа 2023, 09:49

Башҡортостанда 123 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндереләсәк

«Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль программаһы буйынса ҡалалар һәм ауылдар яңыра. 

Башҡортостанда 123 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндереләсәкБашҡортостанда 123 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндереләсәк
Башҡортостанда 123 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндереләсәк

Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль программаһы буйынса 123 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндереләсәк. Әлеге ваҡытта 47 тораҡ пунктта һәм 21 ҡалала төҙөлөш эштәре бара.

«Иң төп саралар — йәшелләндереү, яҡтыртыу, асфальт һалыу, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыу. Заманса спорт майҙансыҡтары, скверҙар, уңайлы йәйәүлеләр юлдары төҙөү ауылдарҙа йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ һәм йәштәр өсөн ҡыҙыҡлыраҡ итәсәк. Ҡағиҙә булараҡ, был халыҡ тауыш биреү буйынса һайлаған ҙур булмаған, әммә кәрәкле объекттар», — тип һөйләне Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

Әйтәйек, Кушнаренко ауылында йәйәүлеләр инфраструктураһы яңыртылған, велосипедта йөрөүселәр өсөн юл һалынған, арт-объекттар, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған, заманса ял зонаһы булдырылған; Раевка ауылында (Әлшәй районы) ташландыҡ ерҙә йәш быуын өсөн парк булдырылған; Ҡалтасы ауылында яр буйын төҙөкләндереү эштәре дауам итә, бында сабыйҙар хәүефһеҙ балалар майҙансығында уйнай, уңайлы декинг буйлап йөрөй һәм матур итеп фотоға төшә.

Туймазы, Октябрьский, Ағиҙел, Бәләбәй һәм Сибай ҡалаларында төҙөлөш эштәре тамамланып килә. Дүрт ҡалала — Салауат, Дүртөйлө, Благовещенск һәм Белорет ҡалаларында объекттарҙың әҙерлек кимәле 80 процент тәшкил итә. Бөрө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Ишембай, Өфө, Дәүләкән, Күмертау һәм Мәләүез ҡалаларында эштәрҙең күп өлөшө тамамланған.

Баймаҡ, Яңауыл, Учалы һәм Межгорье ҡалаларында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында эштәр тотҡарлана. Бөгөнгә әлеге объекттарҙа техника һәм эшселәр һаны арттырылған, материалдар килтереүгә бәйле ҡыйынлыҡтар юҡ. Эштәрҙе тамамлау ваҡытын боҙоу буйынса хәүеф юҡ. 

Шулай уҡ төбәктә бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған ҡалаларҙа эш дауам итә.

«Август аҙағына тиклем 2021 йылғы 6 еңеүсе проекттың өсәүһендә төҙөлөш эштәре тамамланасаҡ. Был Бәләбәй ҡалаһының тарихи үҙәген тергеҙеү, Туймазы ҡалаһының үҙәк проспектын яңыртыу, Межгорье ҡала үҙәге һәм уның янындағы локаль майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү буйынса проекттар. Тағы ла 3 конкурс проектын — Бөрөлә, Күмертауҙа һәм Стәрлетамаҡта эштәрҙе 1 октябргә тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ. Бөгөн объекттарҙың уртаса әҙерлек кимәле — 88 процент.
2022 йылғы еңеүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә, Ағиҙел, Дүртөйлә, Ишембай, Мәләүез, Яңауыл кеүек бәләкәй ҡалаларҙа быйыл эштәр башланды. Объекттарҙың уртаса әҙерлек кимәле — 44%, эштәрҙе тамамлау датаһы — 2023 йылдың 1 ноябре», — тип һөйләне министр.

Ирина Голованова һүҙҙәренсә, бөгөнгә федераль проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ, бөтә планлаштырылған эштәр ҙә тулыһынса атҡарыла.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас