

Социаль селтәрҙәрҙә ул: «Бинала биҙәү эштәре башланған, витраж конструкциялары ҡуйыла, тышҡы яғы матурлана. Проектты тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәт. Йыл аҙағында театр йәш тамашасылар өсөн ишектәрен асырға тейеш», - тип яҙа.
Уны төҙөкләндереүҙең дөйөм хаҡы яҡынса 1,5 миллиард һум тәшкил итә, аҡса «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса бүленгән.
Фото: Т. АМАНОВ.