

– Элек-электән был һауыт-һаба һәр йортта мотлаҡ атрибут һаналған. Ғаиләнең бер ваҡиғаһы ла, ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү ҙә самауырһыҙ үтмәй. Байрамда уның ҡайҙа килеп сығыуы тураһында һүҙ барҙы. Тәүге самауырҙар баҡырҙан яһаған, һуңынан уларҙы еҙ, тимерҙән яһай башлағандар, никель, хатта алтын һәм көмөш менән ҡаплағандар.
Артабан күңелле ярыштар менән концерт программаһы дауам итте. Сара һуңында бөтәһе бергәләшеп сәй табыны эргәһенә йыйылып, күңелле һөйләшеүҙәр, уйын- көлкө менән байрамдан йылы тәьҫироттар менән уртаҡлаша - уртаҡлаша йорттарына таралышты.
Шыжлап ултырған самауырҙар һәр ваҡыт яҡындарҙы бер табынға йыйһын, быуындарҙы бәйләп торһон! – ти хәбәр итә Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө.
Фото: Т. АМАНОВ.