Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Августа 2023, 08:30

Әбйәлил районында Журналистар фестивале башланды

Яҡтыкүл буйында үткән күркәм сара Йәнтөйәккә изге эштәр йылына арнала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әбйәлил районында Журналистар фестивале башландыӘбйәлил районында Журналистар фестивале башланды
Әбйәлил районында Журналистар фестивале башланды

«Журфест» медиа-фестивале «Юбилейный» шифаханаһы майҙанында ойошторола. Бында Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары – федераль һәм республика яҡташтар ойошмалары йыйылған. Быйыл милли ихаталар «Атайсал»проектына арналған.

– Быйыл фестивалгә беҙҙең журналистар һәм ҡунаҡтар Урал тауҙары аша килде. Һеҙҙе тыуған еребеҙҙә, йәмле Яҡтыкүл буйында сәләмләүебеҙгә шатмын. Һуңғы йылдарҙа журналистарҙың иңендә күпкә ауырыраҡ бурыстар ята - ғәҙеллек, йәштәрҙең аҡылы өсөн көрәш бара. Бындай саралар журналистарға яңы көс, дәрт-дарман өҫтәй, Журфест артабан да әүҙем уҙғарылыр тип ышанам. Яҡшы эшләп, ял итеп ҡайтырға насип булһын, – тип сәләмләне сарала ҡатнашыусыларҙы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.

Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла https://vk.com/grantrb

Автор:Инсаф Хужабирганов