

Ул да булһа – стоматология белгеслеге. Йылына түләүле уҡыу – 237 мең һум. Үткән йыл менән сағыштырғанда, хаҡ 30 мең һумға артҡан. Был иһә сығым материалдарының һәм уҡытыу өсөн кәрәкле ҡорамалдарҙың күп булыуы менән аңлатыла. Шулай итеп, уҡырға инеүҙән диплом алыуға тиклем миллион һумдан ашыу аҡсаңды түгергә тура киләсәк.
Юғары уҡыу йортонда медицина психологияһы – иң арзан белгеслек, йылына 133 мең һумға төшә. Былтыр һуңғы урында фармация булһа, бер йыл эсендә унда белем биреү хаҡы 140 мең һумдан 146-ға тиклем күтәрелгән.
Фото: Т. АМАНОВ.