Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Август 2023, 14:00

Бөрйәндә йәш сәсәндәр көс һынашасаҡ

16 –18 августа Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр конкурсының йомғаҡлау этабы уҙа.  

Бөрйәндә йәш сәсәндәр көс һынашасаҡБөрйәндә йәш сәсәндәр көс һынашасаҡ
Бөрйәндә йәш сәсәндәр көс һынашасаҡ

Егерме бишенсе тапҡыр үткәрелгән бәйге төбәк-ара сара статусын да алды. Башҡортостан  уҡыусыларынан тыш, конкурста Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән балалар ҙа ҡатнаша.
Конкурс ике этапта үтә:

1 тур  – «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү; балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, колледж уҡыусылары һәм студенттары (57 кеше) - конкурстың зона этаптарында еңеүселәр һәм призерҙар;

2 тур - «Урал батыр» эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү; 19 муниципаль район һәм 3 ҡала округынан 25 фольклор коллективы ҡатнаша.
18 августа «Шүлгәнташ» тарихи-музей комплексында конкурсты ябыу тантанаһы, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы була.

Конкурс барышын «Туған тел донъяһы» порталында  https://bash-mir.ru/konkurs-ural-batyr ҡарарға мөмкин.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас