Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Август 2023, 14:38

Магазиндарҙан Авдон йомортҡаһы алынасаҡ

20 июлгә тиклем етештерелгән продукцияны ҡурҡмай һатып алырға мөмкин.

Магазиндарҙан Авдон йомортҡаһы алынасаҡМагазиндарҙан Авдон йомортҡаһы алынасаҡ
Магазиндарҙан Авдон йомортҡаһы алынасаҡ

«Вирустың инкубация осоро 21 көнгә тиклем етеүен иҫәпкә алып, 2023 йылдың 20 июленә тиклем етештерелгән продукция менән ҡурҡмайынса ҡулланырға мөмкин. Ошо датанан һуң етештерелгән йомортҡа һәм тауыҡ иттәре зарарлы булыуы ихтимал», - тип хәбәр итәләр Ветеринария буйынса дәүләт комитетынан.

Комитет вәкилдәре һүҙҙәренсә, ҡош киҙеүе вирусы 100 градус эҫелә үлә һәм ҡошсолоҡ продукцияһы термик эшкәртеү үтергә тейеш.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас