Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Августа 2023, 10:30

Авдон янында көслө төтөн булыуы ихтимал!

МЧС иҫкәртә: Өфө янындағы Авдон ауылында киҙеү менән зарарланған ҡош-ҡорт яндырыласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Авдон янында көслө төтөн булыуы ихтимал!Авдон янында көслө төтөн булыуы ихтимал!
Авдон янында көслө төтөн булыуы ихтимал!

 

Вирус таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн «Башкирская» ҡош фабрикаһында 12 августан 19 авгусҡа тиклем махсус саралар үтәсәк. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡоштарҙы яндырасаҡ.

"Урында белгестәр эшләй. МЧС тыныслыҡ һаҡлауҙы һорау - барлыҡ кәрәкле саралар күрелә. Янғын постары ҡуйылды", - тип хәбәр итәләр ведомствола.

Яҡын тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәрҙе һәм М5 трассаһынан үтеүселәрҙе хәлде аңлап ҡабул итеүҙе һорайҙар, яҡындағы биләмәләргә төтөн таралыуы ихтимал. Водителдәргә яйыраҡ барырға йә икенсе юлды һайларға кәңәш ителә.

 

Авдон янында көслө төтөн булыуы ихтимал!
Авдон янында көслө төтөн булыуы ихтимал!
Автор:Инсаф Хужабирганов