Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Августа 2023, 17:24

Колледждарҙа ла директор кәңәшселәре барлыҡҡа киләсәк

Йыл һайын ойошторолған мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә бик күп мәсьәләләр ҡаралды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Колледждарҙа ла директор кәңәшселәре барлыҡҡа киләсәкКолледждарҙа ла директор кәңәшселәре барлыҡҡа киләсәк
Колледждарҙа ла директор кәңәшселәре барлыҡҡа киләсәк

– Патриотик тәрбиә биреү, тарихи хәтерҙе һаҡлау темаһы беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өҫтөнлөклө буласаҡ. Былтырғы уҡыу йылында илдең бөтә мәктәптәрендә тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса директорҙар кәңәшселәре вазифаһы индерелде. 1 сентябрҙән улар беҙҙең 86 колледжда ла барлыҡҡа киләсәк. Киләһе аҙнала Өфөлә Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Сергеевич Кравцовты көтәбеҙ. Беҙҙә тәрбиә буйынса директорҙар кәңәшселәре һәм Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте вәкилдәре менән Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк, унда балалар менән тәрбиә эшен артабан ойоштороу тураһында фекер алышасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Республика башлығы быйыл июлдә «Патриот» паркында «Бала саҡ навигаторҙары» проектының беренсе төбәк кәңәшселәре һәм муниципаль координаторҙары слеты уҙыуын хәтергә төшөрҙө.

 Хәрби-патриотик тәрбиәнең төп методик үҙәге – Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге « Патриот» паркының роле арта. 5 меңдән ашыу 10 класс уҡыусыһы «Авангард» уҡыу үҙәге базаһында хәрби хеҙмәткә саҡырылыуға тиклемге әҙерлек үтә. «Геройҙар Ярышы» һыҙатында 17 меңдән ашыу кеше, 3 меңдән ашыу егет полигонда атышта ҡатнаша.

Беҙҙең «Беренселәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе үҙ эшенә 25 меңдән ашыу баланы йәлеп иткән, 1257 беренсел ойошма булдырылған. Башҡортостан «Беренсе хәрәкәт» гранттары һаны буйынса өс лидер иҫәбенә ингән. 28 проект 62 миллион һумға яҡын суммаға еңеүсе булды.

– Дәрестән тыш, «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеүҙәр» дәрестәре, дәүләт флагтарын күтәреү һәм дәүләт гимндарын башҡарыу тантаналары, берҙәм эш көндәре – былар барыһы ла төп бурысыбыҙҙы хәл итеү – ысын патриот һәм гражданин тәрбиәләү өсөн эшләй, – тине Радий Хәбиров.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова